Апрелдə Рəсəй премьер-министры Михаил Мишустин 1 марттан һуң эш урынын юғалтыусыларға иң юғары пособие - 12 130 һум күлəмендə аҡса түлəү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ, эшһеҙ ҡалыусыларҙың һəр балаһы өсөн өсəр мең һум күлəмендə өҫтəмə түлəү ҡаралғайны. Июндə РФ Хөкүмəте башлығы эшһеҙлек буйынса минималь пособиены 4,5 мең һумға тиклем күтəрҙе. Путин эшһеҙҙəр өсөн арттырылған түлəү өс ай - йəй дауамында түлəнə, тип белдерҙе.