Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 11:55

Ял итергә тип килеп...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмле йәй көндәре артта ҡалһа ла, һаман да һыуҙағы фажиғәләр булып тора.

Мәсетле районы биләмәһендә Әй йылғаһында ҡотҡарыусылар һыуға батҡан ирҙең кәүҙәһен сығарған. Ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөм, Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре килгән.
Улар һәләк булған кешенең шәхесен асыҡлаған. Екатеринбургтан килгән 58 йәшлек ир төҙөлөш фирмаһында эшләгән булған. Билдәле булыуынса, ул Башҡортостанға ял итергә килгән. Һыуҙа батыу сәбәптәрен суд-медицина экспертизаһы асыҡлаясаҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмле йәй көндәре артта ҡалһа ла, һаман да һыуҙағы фажиғәләр булып тора. Яҡындарығыҙға иғтибарлы булыуығыҙҙы, һаҡланыу сараларын теүәл үтәүегеҙҙе үтенәбеҙ.
Фото:progorodsamara.ru
Читайте нас: