Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 14:15

Ялан батырҙарына - шәп бүләк!

Башҡортостандың иң яҡшы 20 игенсеһенә “Лада Нива” машинаһы биреләсәк. Был турала республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығында белдерҙеләр.

Башҡортостандың иң яҡшы 20 игенсеһенә “Лада Нива” машинаһы биреләсәк. Был турала республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығында белдерҙеләр.
Традиция буйынса, министрлыҡ иген, мал аҙығы, сөгөлдөр йыйыу комбайндарын, сапҡыстарҙы йөрөтөүселәр, йөк автомобилдәре шоферҙары, баҫыуҙарҙы туңға һөрөүсе механизаторҙар, шулай уҡ 2020 йыл уңышын йыйыуҙа иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән махсус урта уҡыу йорттары уҡыусылары араһында конкурс иғлан итте. Был турала бойороҡ Ауыл хужалығы министрлығының сайтында урын алған.
Фото “Башинформ”
Читайте нас: