Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2020, 18:00

19 йәшлек иҫерек водитель арҡаһында ике кеше дауаханаға эләккән

БР буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Октябрьский ҡалаһынан 19 йәшлек водитель идара иткән «Kia Rio» һәм руль артында урындағы кеше булған «Nissan Tiida» автомобилдәре ҡатнашлығында авария Йәрмәкәй районында төндә булған.

БР буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, Октябрьский ҡалаһынан 19 йәшлек водитель идара иткән «Kia Rio» һәм руль артында урындағы кеше булған «Nissan Tiida» автомобилдәре ҡатнашлығында авария Йәрмәкәй районында төндә булған. Автомобилдәр «KIA» водителенең тейешле урында юл бирмәүе арҡаһында бәрелешкән. Шулай уҡ уның руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған. «KIA» автомобилендәге ике пассажир госпитализацияланған.
Үткән тәүлектә республика юлдарында 16 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 17 кеше йәрәхәтләнгән. ЮХХДИ хеҙмәтәкәрҙәре 2900-ҙән артыҡ ҡағиҙә боҙоуҙуар асыҡлаған, 61 иҫерек водитель тотолған.
БР буйынса ЮХХДИ фотоһы.
Читайте нас: