Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2020, 16:00

Туй көнөндә ҡан тапшырғандар

Өфөлә кейәү менән кәләш туй көнөндә ҡан тапшырған. Йәштәр туй тантанаһын һәйкәлдәр янына барып билдәләмәгән, ә Республика ҡан ҡойоу станцияһына барған.

Өфөлә кейәү менән кәләш туй көнөндә ҡан тапшырған, тип яҙа “Башинфрм” агентлығы. Йәштәр туй тантанаһын һәйкәлдәр янына барып билдәләмәгән, ә Республика ҡан ҡойоу станцияһына килгән.
Тимур ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Сахалин утрауында сик һаҡсыһы булған саҡта уҡ ҡан тапшыра башлаған. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең баш идаралығы учреждениеларында психолог булып эшләгәндә лә даими ҡан биргән.
Әле Тимурға 29 йәш, ул 48 тапҡыр ҡан тапшырған.Тимур 23 тапҡыр таҙа, 23 тапҡыр плазма һәм ике тапҡыр эритроцитоферез биреп, ошо көндәрҙә «Рәсәй Федерацияһының почетлы доноры» исеменә лайыҡ булған.
Кәләше Александра транспорт компанияһында логист булып эшләй.
«Никах теркәү көнөндә лә ғашиҡтар вайымһыҙ ҡала алманы һәм донорҙар булараҡ ҡан тапшырырға килде. Туй — кешеләргә ғүмерҙең мөһимлеген аңлатыу өсөн файҙаланыу уңайлы булған тантаналы осраҡ», — тип хәбәр итте ҡан ҡойоу станцияһының матбуғат хеҙмәте.
Фото: Инстаграм
Читайте нас: