Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 12:31

Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө

Был дата нацистарҙың чех журналисы Юлиус Фучикты язалап үлтереү көнөнә тура килтереп индерелгән. Билдәле булыуынса, журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортерҙарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө бөтә донъяла йыл һайын, 8 сентябрҙә, билдәләнә. Был көндө бөтә илдәрҙең һәм баҫмаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре донъяға, айырыуса үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау эшендә, үҙҙәренең берҙәмлеген күрһәтергә тейеш.

Был дата нацистарҙың чех журналисы Юлиус Фучикты язалап үлтереү көнөнә тура килтереп индерелгән
Билдәле булыуынса, журналистарҙың, хәбәрселәрҙең һәм репортерҙарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө бөтә донъяла йыл һайын, 8 сентябрҙә, билдәләнә. Был көндө бөтә илдәрҙең һәм баҫмаларҙың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре донъяға, айырыуса үҙҙәренең хоҡуҡтарын яҡлау эшендә, үҙҙәренең берҙәмлеген күрһәтергә тейеш.
Байрам 1958 йылда Бухареста Халыҡ-ара журналистар ойошмаһы конгресында булдырылған. 20 быуаттың аҙағында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы конференцияһында 8 сентябрь Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө тип атала башлай.
Теләктәшлек көнөн үткәреү датаһы осраҡлы ғына билдәләнмәгән. Журналистарың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн билдәләү журналист, антифашист яҙыусы Юлиус Фучик яҙмышына бәйле. Тап ошо көндә, 1943 йылда, Берлинда Чехословакия журналисы, фашистарға ҡаршы көрәшеүсе яҙыусы Юлиус Фучик язалап үлтерелә. Төрмәлә лә үҙенең һөнәрен ҡалдырмай ул. «Муйында элмәкле килеш репортаж» («Репортаж с петлей на шее») тигән китабын яҙып өлгөрә, һәләк булғандан һуң ул Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ була.
Журналистарҙың теләктәшлеге көнөндә бөтә донъя буйлап йыйылыштар һәм конференциялар уҙа, донъяның төрлө илдәренән журналистар йыйыла. Дүртенсе власть вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша, иң лайыҡлылары үҙ сиратында наградалар ала.
Журналистар теләктәшлеге көнөндә традиция буйынса бөтә планетала йыйылыш һәм конференциялар уҙа, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша һәм айырыуса лайыҡлыларҙы билдәләп үтә.
Читайте нас: