"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 17:00

Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы үтәсәк

15–18 сентябрҙә республикабыҙ башҡалаһы Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм 28-се махсуслашҡан “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе уҙғарыла.Саралар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы уҙасаҡ, “Роспотребнадзор”ҙың бөтә профилактика һәм дезинфекция саралары теүәл үтәләсәк.

15–18 сентябрҙә республикабыҙ башҡалаһы Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы һәм 28-се махсуслашҡан “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе уҙғарыла.
Саралар Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы уҙасаҡ, “Роспотребнадзор”ҙың бөтә профилактика һәм дезинфекция саралары теүәл үтәләсәк.
Форумды һәм күргәҙмәне асыу барышында республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған ике мөһим ваҡиға көтөлә – “Газпром Нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә водород етештереү башлана; “Затон – Яңы Александровка” газ үткәргесе асыласаҡ.
Быйылғы күргәҙмәлә илдең 31 төбәгенән 180-дән ашыу компанияның ҡатнашыуы көтөлә. Улар нефть һәм газ тармағындағы яңы ҡаҙаныштары, технологиялары, хеҙмәттәре менән таныштыра.
Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы барышында 20 сара уҙғарыла. Эш программаһында төп сара – “Хәҙерге шарттарҙа газ химияһы комплексын үҫтереү: көрсөкмө әллә яңы мөмкинлектәрме?” стратегик сессияһы. Дүрт көн дауам иткән форумда тармаҡ алдында торған көнүҙәк бурыстар уйынса фекер алышасаҡтар.
Күргәҙмәлекте ҡарарға теләүселәр өсөн www.gntexpo.ru сайтында мотлаҡ электрон теркәлеү асылған.
Фото: expoclub.ru
Читайте нас: