Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Сентябрь 2020, 12:53

Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе

Кисә, 7 сентябрҙә, Республика йортонда Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда авария хәлендәге торлаҡ проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе тикшерелде. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Өфөнөң Шота Руставели урамындағы күп фатирлы 34 ҡатлы йорт һалыуҙы ентекле өйрәнергә ҡушты. Күрше йорттарҙа йәшәгәндәрҙең фекеренсә, яңы объект башҡа биналар, шул иҫәптән яҡында ғына урынлашан 15-се балалар баҡсаһы өсөн дә хәүефле.

Кисә, 7 сентябрҙә, Республика йортонда Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда авария хәлендәге торлаҡ проблемаһын хәл итеү мәсьәләһе тикшерелде.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа Өфөнөң Шота Руставели урамындағы күп фатирлы 34 ҡатлы йорт һалыуҙы ентекле өйрәнергә ҡушты. Күрше йорттарҙа йәшәгәндәрҙең фекеренсә, яңы объект башҡа биналар, шул иҫәптән яҡында ғына урынлашан 15-се балалар баҡсаһы өсөн дә хәүефле.
Шулай уҡ, Өфө районындағы “Миловка паркы” торлаҡ комплексында йорттар төҙөлөшөн аҙағына еткереү темаһы актуаллеген юғалтмай. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, ведомство Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау буйынса федераль фондҡа төҙөлөштө берлектә финанслауға ғариза әҙерләгән. Фондтың күҙәтеү советы уны сентябрь аҙағына тиклем ҡараясаҡ.
Тағы ла Өфө районында “Яңы Булгаков” торлаҡ комплексында 25-се йорт сафҡа индерелергә тора. Тағы бер йортто (31-се) сентябрь аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Республика Башлығы “Баҡса ҡулсаһы” компанияһы төҙөгән “Эрмитаж. Ҡала Советы” комплексының сафҡа индереүгә әҙер булған 2-се секцияһы документтарын тултырыуға бәйле мәсьәләне ныҡлы өйрәнергә ҡушты.
Читайте нас: