ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 12:30

Әлегә үҙгәрешһеҙ ҡала

Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ сентябрҙә элеккесә ҡала.Әммә төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (беҙҙең районды ул хеҙмәтләндерә) – властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтөп тә тормай ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуя ла башлаған. Әле “дөрөҫ булмаған” квитанцияларҙы компания кире ҡайтарта.

1 сентябрҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта, тигән хәбәр таралғайны. Әле асыҡланыуынса, был айҙа түләү үҙгәрешһеҙ ҡала. Хөкүмәт вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, сентябрҙә хаҡтар күтәрелгән квитанциялар килмәйәсәк. Республика етәкселеге фекеренсә, был мәсьәләне тәүҙә аҙағына тиклем эшләп еткерергә кәрәк.
Тик төбәк операторҙарының береһе – “Экосити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (беҙҙең районды ул хеҙмәтләндерә) – властың һуңғы ҡарар ҡабул иткәнен көтөп тә тормай ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу өсөн күтәрелгән хаҡты ҡуя ла башлаған. Әле “дөрөҫ булмаған” квитанцияларҙы компания кире ҡайтарта.
7 сентябрҙә, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә яңы хаҡтар әйтелде:
Өфөләге “САХ” муниципаль предприятиеһы күп фатирлы йорттар өсөн бер кешенән 75 һум һәм шәхси йорттар өсөн 76 һум хаҡ билдәләгән,
"Дюртюлимелиоводстрой" – күп фатирлы йорттар өсөн 96 һәм шәхси йорттарға 77 һум,
“Экосити” – күп фатирлы йорттарға 94 һәм һәм шәхси йорттар өсөн 96 һум,
“Экология Т” – күп фатирлы йортта йәшәгәндәргә 95 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр өсөн 96 һум.
Билдәле булыуынса, быға тиклем күп фатирлы йортта йәшәгәндәр бер кеше өсөн 70 һум һәм шәхси секторҙа 35-70 һум түләй ине.
"Билдәләнгән ошо хаҡтар сик булып тора, һәм әлегә халыҡҡа был квитанцияларҙы ебәрмәй торалар, – тине Борис Беляев. – Радий Фәрит улы фекеренсә, тәүҙә төбәктә сүп-сар реформаһы торошон яҡшыртырға кәрәк".
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына хәлде анализларға һәм тәҡдимдәр индерергә ҡушылды. Яңы хаҡтар буйынса һуңғы ҡарар 14 сентябрҙә Хөкүмәттә үтәсәк кәңәшмәлә билдәләнергә тейеш.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: