+27 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 21:00
#Районға_90_йыл
Серекәй. Рәсми исеме — Мөхәмәтйән. 1754 йылдан алдараҡ нигеҙ һалынған.Борон ауылдарҙа һәр мәсьәләне ауыл йыйынында хәл иткәндәр. Шулай йыйылыш барған саҡта
Серекәй. Рәсми исеме — Мөхәмәтйән. 1754 йылдан алдараҡ нигеҙ һалынған.
Борон ауылдарҙа һәр мәсьәләне ауыл йыйынында хәл иткәндәр. Шулай йыйылыш барған саҡта сәрелдәк тауышлы бер кеше башҡаларҙың һүҙен ишеттермәй, сәбәләнеп сыр-сыу килә икән. Шул саҡ ситтән килгән бер кеше: "Торма әле тызылдап, серекәйгә оҡшап, бимазалайһың" , – тигән. Ауылдың исеме шунан киткән, имеш.
Икенсе төрлө лә аңлатма бар. Йәнәһе лә, ошо ергә бәләкәй генә, үҙе теремек, сәрелдәк тауышлы бер бабай килеп ултырған. Ауылды шул бабайҙың ҡушаматы менән "Серекәй" тип йөрөтә башлағандар.
1854 йылдың 7 апрелендә Ырымбур генерал-губернаторына бирелгән үтенестә: "Әселе буйында айырым ауыл булып йөҙ йылдан артыҡ йәшәйбеҙ. Ауылды таныуҙы, Мөхәмәтйән тигән исем биреүҙе һорайбыҙ", — тип яҙылған. Шул уҡ йылдың 20 апрелендә генерал-губернатор Перовский уларҙың үтенесен ҡәнәғәтләндергән. Ул йылда ауылда 71 ир кеше теркәлгән.
1920 йылда 68 йортта 318 кеше йәшәгән. 1925 йылға 40 йорт ҡалған. 1939 йылда 117 ир, 169 ҡатын- ҡыҙ теркәлгән.
2000 йылда
40
йортта
156 кеше ғүмер иткән. Хәҙер
161
кеше йәшәй.
Сығанаҡ: М. Түләбаев.”Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура”
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша