Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 14:30

"Йәштәр" паркы төҙөлә

“Заманса ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы нигеҙендә Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙәге Иҙелбәктә “ЙӘШТӘР” паркы төҙөлә. Башҡарылған төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янындағы буш ятҡан майҙан күҙгә күренеп үҙгәрә.

“Заманса ҡала мөхите булдырыу” муниципаль программаһы нигеҙендә Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе үҙәге Иҙелбәктә “ЙӘШТӘР” паркы төҙөлә. Башҡарылған төҙөлөш эштәре һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре хөрмәтенә ҡуйылған обелиск янындағы буш ятҡан майҙан күҙгә күренеп үҙгәрә. Ғәҙәттә, төҙөлөш башлаған саҡта тупраҡтың өҫкө ҡатламы алынып, тығыҙландырыла, сүп үләндәре бетонды тишеп сыҡмаһын өсөн геотуҡыма, махсус ҡом, арматуралау сеткаһы, ултыртыласаҡ ағастар тирәһендә сүп үләне үҫмәһен, дым һаҡларға тупраҡҡа төҫлө материал (мульча) йәйелә. Моғайын, бында ла ул эштәр башҡарылғандыр.
Ҡала паркы һымаҡ “һынлана” башлаған майҙандағы эш барышы менән Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһе башлығы Фидан Йәркәев таныштыра. Уның әйтеүенсә, Альберт Хунафин етәкселегендәге “КомСтройСервис” йәмғиәте эшселәре (бөтәһе 8 кеше) 10 июндә эш башлаған. Әле буласаҡ спорт һәм уйын майҙансыҡтарына бетон түшәлгән, тротуар плитәләре, бордюр һалынған, ҡойма ҡуйыла башлаған, өлөшләтә яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Белеүебеҙсә, иҙелбәктәр элек-электән волейбол уйнарға ярата. Парктың бер мөйөшөндә нәҡ волейбол яратыусылар өсөн майҙансыҡ буласаҡ. Икенсе яҡ мөйөшө тәнәйҙәргә тәғәйенләнгән – балалар ҡаласығында бетон өҫтөнә йомшаҡ япма түшәләсәк. “Йәштәр” паркы тип аталһа ла, бында һәр кем килә аласаҡ – балалар уйнағанда күҙ-ҡолаҡ булып, йә паркта ял итеп ултырырлыҡ заманса эскәмйәләр ҙә ҡуйыу ҡаралған. “КомСтройСервис” йәмғиәте эшселәре алҡы 1200-ләп булған иҙелбәктәр өсөн тәғәйенләнгән был паркты сентябрь аҙағына өлгөртөргә ниәтләй.
Читайте нас: