Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Сентябрь 2020, 22:45

Йылҡысылыҡ - иғтибар үҙәгендә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Баймаҡ районында күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала спорт һәм продуктив йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Баймаҡ районында күсмә “Ауыл сәғәте”н үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала спорт һәм продуктив йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2019 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса – беренсе, йылҡы малы һаны йәһәтенән, Яҡутстандан ҡала, икенсе урынды биләй. Йыл һайын беҙҙә 8,9 мең тонна йылҡы ите етештерелә.
Башҡортостандың Йылҡысылыҡ, йылҡы үрсетеү һәм ат спорты ассоциацияһы рәйесе Рәсим Зарипов ошо тармаҡта эшләгән ауыл етештереүселәренең ҡыйынлыҡтары тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, магазин кәштәләрендә тулып ултырған һыйыр һөтөнән етештерелгән ризыҡтарҙың ысын ҡымыҙ менән бер ниндәй уртаҡлығы ла юҡ.
Республика Башлығы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына – һөт ризыҡтарын һатыуға бәйле хәлгә байҡау яһарға һәм ҡымыҙ бешеүселәрҙең сауҙа маркаларын яҡлау йәһәтенән тәдимдәр индерергә, ә Ауыл хужалығы министрлығына ҡымыҙ етештереүҙе субсидиялау мәсьәләһен тикшерегә ҡушты.
Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан фермер-йылҡысылар йылҡы итенән ярым фабрикаттар етештереүҙәге, шулай уҡ уҡыу һәм медицина ойошмаларын продукция менән тәьмин итеүгә дәүләт һатып алыуҙарында ҡатнашыуҙағы ҡыйынлыҡтарға зарланды.
– Фермерҙарға тоҡомсолоҡ репродукторҙары асыуға дәүләт субсидияһын биреү, шулай уҡ ит эшкәртеү өсөн ҙур булмаған мал һуйыу цехтары төҙөү мәсьәләһен ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Урал аръяғы фермерҙары бергәләп ошондай проекттарҙы тәҡдим итһә, уларҙы “Инвестиция сәғәт”тәрендә мотлаҡ тикшереп, бюджеттан ярҙам күрһәтер инек. Һеҙҙе бер айҙан аныҡ идеялар менән көтәм.
Йылҡысылар шулай уҡ аттарҙы көтөүҙе яйға һалыу мәсьәләһен күтәрҙе.
“Аҡбуҙат” йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәге директоры Дамир Иҫәев спорт йылҡысылығы мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Былтыр республикала “Терра Башҡортостан” турниры уҙғарыла башланы. Унда 54 райондың барыһы ла ҡатнаша. Ләкин квалификациялы кадрҙар булмау сәбәпле был йүнәлештең үҫеше тотҡарлана. Рәсәйҙә спорт атлыларын әҙерләгән берҙән-бер төбәк – Воронеж өлкәһе. Дамир Иҫәев әйтеүенсә, киләсәктә Өфө ипподромы ҡарамағында Воронеж һыбайлылар мәктәбе филиалын асыу ниәте бар.
– Киләһе шәмбелә “Аҡбуҙат”та ҡыҙыҡһынған ойошмалар менән ошо мәсьәләне тикшерербеҙ, – тине республика Башлығы. – Башҡортостан үҙ белгестәрен әҙерләргә тейеш, шул иҫәптән ат спорты өлкәһендә лә.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: