Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 12:00

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны ике тапҡырға артҡан

Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл апрелдә – 10,7 мең, сентябрь башына 23 меңгә яҡын үҙмәшғүлдәр теркәлгән.

Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл апрелдә – 10,7 мең, сентябрь башына 23 меңгә яҡын үҙмәшғүлдәр теркәлгән. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.
Үҙмәшғүлдәр һаны артыуының сәбәптәре күп, шуларҙың береһе – төбәктә “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу шарттарын яҡшыртыу” проектын йоғонтоло ғәмәлгә ашырыу.
Быйыл ғинуарҙан башлап Башҡортостан махсус һалым режимы – льготалы ставка буйынса (4 йәки 6 %) һөнәри килемгә һалым ҡулланыу буйынса экспериментҡа ҡушылды. “Үҙмәшғүл” һүҙе ошо һалымды түләүсене күҙ уңында тота. Махсус режим 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ.
Йыл аҙағына һөнәри килемгә һалым түләүселәр һанын 29,6 меңгә еткереү планлаштырыла.
Фото: pfrf-kabinet.ru
Читайте нас: