Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 14:00

“Без башҡортлар” йырына клип популярлыҡ яулай

Интернетта Хаят һәм Альберт Исмаиловтар башҡарыуында «Без башҡортлар» йырына клип популярлыҡ яулай.https://www.youtube.com/watch?v=3ho78q60fJo

Интернетта Хаят һәм Альберт Исмаиловтар башҡарыуында «Без башҡортлар» йырына клип популярлыҡ яулай, тип яҙа “Башинформ”.
Премьера дүшәмбе, 7 сентябрҙә, БСТ телеканалында «Сәләм» тапшырыуы эфирында күрһәтелде. «Бәйләнештә» социаль селтәрендә роликты тәүге 48 сәғәт эсендә 60 000 ашыу кеше ҡараны.
Йыр төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында яңғырай, ә уға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡушыла.
«Клиптың идеяһы ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған кешеләрҙең берҙәй үҙ ырыуының тарихы менән мауығыуына ҡайтып ҡала. Башҡорттар ҡайҙа ғына йәшәһә лә һәм ниндәй телдә йәки диалектта һөйләшһә лә, тап ошо процесс уларҙың һәммәһен бер халыҡҡа берләштерә. Клиптың аҙағында ҡатнашыусылар һаҡ ҡына Башҡортостанды мозаика рәүешендә йыя», — тип һөйләне авторҙар.
Читайте нас: