"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2020, 17:00

Республикала коронавирустан үлеүселәр һаны 30-ға еткән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер кеше вафат булыуы тураһында хәбәр итте.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан тағы бер кеше вафат булыуы тураһында хәбәр итте. Шулай итеп, үлеүселәрҙең дөйөм һаны 30-ға етте.
10 сентябргә ҡарата республикала 8101 раҫланған коронавирус осрағы теркәлгән. 7441 кеше һауыҡҡан, шуларҙың 148-е һуңғы тәүлектә. Әлеге ваҡытта 630 кеше дауалана: 47-һе ­– стационарҙа һәм еңел формала ауырыусы 583 кеше – өйҙә.
Шул уҡ ваҡытта Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының covid-госпиталенән һуңғы пациент һауығып сыҡты, тип хәбәр итте “Башинформ”. Учреждение яйлап элекке эш режимына ҡайта.
6-сы дауахананың терапия корпусы 16 апрелдә коронавирус госпитале тип үҙгәртелде. Ул 140 койкаға иҫәпләнгәйне. Бер үк ваҡытта госпиталдә дауаланған сирлеләр һаны – 103 кеше, тип белдерҙеләр БДМУ клиникаһында.
28 августан учреждениела коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарҙы ҡабул итеү туҡтатылды. Ауыр сирлеләрҙе дауалауҙа тупланған тәжрибәне артабан ҡулланыу күҙаллана. Терапия корпусында пульмонология үҙәге булдырыла, унда коронавирус һәм башҡа үпкә ауырыуҙарын кисергәндәргә күҙәтеү алып барыла.
Кәрәк булған осраҡта, БДМУ клиникаһы covid-госпиталде яңынан асырға әҙер.
Читайте нас: