Рәсәйҙә сентябрҙең йәкшәмбеһендә Танкистар көнө билдәләнә. Был байрамдың тарихы Бөйк Ватан һуғышына бәйле. Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 11 июлендәге Указы менән Танкистар көнө булдырыла. Был бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәрҙең Бөйөк Ватан һуғышында дошманды тар-мар итеүҙәге һәм танк эшләүселәрҙең илдең Ҡораллы Көстәрен техника менән тәьмин итеүҙәге ҡаҙаныштарын таныу булып тора. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән яңы дата – сентябрҙең икесе йәкшәмбеһе билдәләнә.