1962 йылдан алып сентябрҙең икенсе йкшәмбеһен Халыҡ-ара фашизм ҡорбандарын иҫкә алыу көнө итеп билдәләргә ҡарар ителә. Фашизмдың тергеҙелеүенә ҡаршы көрәш уның төп идеологияһы булып тора. Был көндөң сентябргә билдәләнеүе осраҡлы түгел, сөнки Икенсе донъя һуғышына бәйле ике дата – уның башланыуы һәм тамаланыуы ошо айға тура килә.