Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2020, 12:30

Лайыҡлылар өсөн тауыш бирәбеҙ

Һәр йылдағыса сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Берҙәм тауыш биреү көнө үтә. Бөгөн, йәғни 13 сентябрҙә беҙ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлайбыҙ.

Һәр йылдағыса сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә Берҙәм тауыш биреү көнө үтә. Бөгөн, йәғни 13 сентябрҙә беҙ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлайбыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: беҙҙең район территорияһында өс һайлау кампанияһы ойошторола: Ейәнсура районы муниципаль районының бишенсе саҡырылыш Советы депутаттарын, Иҫәнғол ауыл биләмәһенең бишенсе саҡырылыш Советы депутаттарын һәм Муйнаҡ ауыл биләмәһенең егерме һигеҙенсе саҡырылыш Советына 10-сы һанлы Ғәббәс бер мандатлы һайлау округы буйынса өҫтәлмә депутат һайлау көтөлә.
Көн матур, халыҡ әүҙем. Кешеләр берәмләп тә килә, ғаиләләре менән дә. Иҫәнғол 2-се һанлы мәктәбендә ике - 1931-се һәм 1932-се һайлау участкалары урынлашҡан. Бында йәнлелек. пандемияға бәйле, һаҡланыу саралары теүәл үтәлә. Ишек төбөндә үк контактһыҙ термометр менән тән температураһын үлсәйҙәр. Һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Валентина Любичева билдәләүенсә, һайлаусылар әүҙем генә. сәғәт 9-ға 48 кеше тауыш биргән.
Марат ағай һәм Гөлнур апай Түләбаевтар һәр ваҡыттағыса бергә килеп, гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Һәм МР Советының буласаҡ депутаттарына эштәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас: