Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2020, 18:00

Йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр эшләй башлай

15 сентябрҙән Башҡортостанда йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай.

15 сентябрҙән Башҡортостанда йәштәр клубтары, түңәрәктәр, секциялар һәм үҙәктәр үҙ эшен башлай, тип хәбәр итә “Бшинформ”.
Республика башлығы Радий Хәбиров COVID-2019 таралыу хәүефенә бәйле Башҡортостан биләмәһендә «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.
Рәсәй футбол Премьер-лигаһы, Континенталь хоккей лигаһы һәм Рәсәй чемпионаттарының башҡа уйындарын санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәгәндә генә уҙғарырға рөхсәт ителә. Төп шарт – тамашасылар трибунаһының 50 проценты ғына тулы булырға тейеш.
18 йәше тулған спортсылар өсөн Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙың берҙәм календар планына индерелгән рәсми физкультура һәм спорт саралары үткәрелә башлай. Шулай уҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү мөһим, тамашасылар трибунаһының яртыһы ғына тулы булырға тейеш.
Фото: Олег Яровиков/ “Башинформ”.
Читайте нас: