Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2020, 13:00

#нацпроект Яңы фельдшер- акушерлыҡ пункттары асылды

Ошо көндəрҙə республикала бер нисə яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды. Шуларҙың береһе Күгəрсен районында. Юлдыбай ауылында тантаналы рəүештə асылған ФАП-ты БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, район хакимиəте башлығы Ғайса Янбаев, БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Əлфəрис Байсурин ҡараны.

Ошо көндəрҙə республикала бер нисə яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды. Шуларҙың береһе Күгəрсен районында. Юлдыбай ауылында тантаналы рəүештə асылған ФАП-ты БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова, район хакимиəте башлығы Ғайса Янбаев, БР Дəүлəт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Əлфəрис Байсурин ҡараны. Был бина айырыуса ауыл халҡы өсөн ҙур шатлыҡ. Сөнки элеккеһе иҫкергəн булған. Етмəһə, мəктəптə урынлашып, уныһы ябылғас, йылытылмаған да. Яңы пункт бер йылда төҙөлгән. Район үҙəге Мораҡҡа 18 саҡрым ғына. ФАП заманса талаптарға ярашлы һалынған, уңайлы һəм йылы. Əйткəндəй, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты буйынса Мораҡ ауылында рентген-диагностика комплексы асылған. Был халыҡҡа ла, медицина белгестəренə лə ҙур ҡыуаныс.
“Йәшлек” гәзитенән.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
Читайте нас: