Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 14:00

Бер көндә 15 бәшмәксе юғалған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында көнүҙәк проблемаға борсолоу белдерәләр: бер көндә генә 15 бәшмәксе юғалғаны тураһында хәбәр алынған!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында көнүҙәк проблемаға борсолоу белдерәләр: бер көндә генә 15 бәшмәксе юғалғаны тураһында хәбәр алынған!
Ҡотҡарыусылар урманға бәшмәк йыйырға йөрөүселәр өсөн бер нисә кәңәш бирә, улар киләсәктә күптәрҙе күңелһеҙ ваҡиғаларҙан аралар.
Урманға барыр алдынан
телефон, һыу, аҙыҡ-түлек, шырпы, фонарь алығыҙ, шулай уҡ яҡындарығыҙға ниндәй маршрут менән китеүегеҙҙе әйтергә онотмағыҙ, тип иҫкәртә улар.
Сағыу төҫтәге, ямғырҙан һаҡлай торған кейем кейегеҙ.
Аҙашһағыҙ һәм телефон бәйләнеше булмаһа, йылға буйлап ағым ыңғайына барығыҙ.
Туҡтап тороп, иғтибар менән тыңлағыҙ.
Тауыш ишетелгән яҡҡа ыңғайлағыҙ.
Эт өрөүе һәм автомобиль тауышы 2-3 саҡрымдан, трактор геүләүе - 3-4, тепловоз тауышы 4-5 саҡрымдан ишетелә.
Һеҙҙең күңелле миҙгел дауам итә, бәшмәкселәр, тәбиғәт ҡосағында иғтибарлы һәм уяу булығыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: BashNews.
Читайте нас: