"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 16:00

Берҙәмлектә - көс

Бына әле Ҡыҙылдар тауында ошондай яңы заманса артобьект барлыҡҡа килде. Уны ауылдашыбыҙ Аҡманов Азамат Булат улы эшләтте. Ауыл старостаһы Мөхәмәтйәнов Әхтәм Рәүил улы етәкселегендә ауылыбыҙҙың бер нисә егете урынлаштырып та ҡуйҙылар.

Тыуған төйәгебеҙ - Байыш ауылы бөтә яҡтан да уратылған тауҙар ҡосағында иркәләнеп кенә ултыра. Бер яғынан уны Һәпәр тауы ҡурсалай, икенсе яғынан - Байҙар тауы, өсөнсө яғынан - Ҡыҙылдар тауы.
Ҡыҙылдар тауы бик күп йәш йөрәктәрҙең мөхәббәт яралыуының шаһиты булғандыр. Сөнки, кис булһа йәштәр унда парлашып йөрөргә ярата, туй байрамдарында һәр яңы ҡауышҡан йәрҙәр унда мотлаҡ менеп төшә. Тауҙың башына менһәң, ауыл ус төбөндә генә булып бөтә яҡтан да күренеп тора, бындай матур күренеш күңелгә илһам, һиллек бирә. Ауылыбыҙҙы фотоға төшөрөргә уңайлы урын да булып тора, бигерәк тә иртә таңда - ҡояш ҡалҡҡан саҡта, йәки кис көнө - ҡояш байығанда төҫтәр айырыуса сағыу, бай була.
Бына әле Ҡыҙылдар тауында ошондай яңы заманса артобьект барлыҡҡа килде. Уны ауылдашыбыҙ Аҡманов Азамат Булат улы эшләтте. Ауыл старостаһы Мөхәмәтйәнов Әхтәм Рәүил улы етәкселегендә ауылыбыҙҙың бер нисә егете урынлаштырып та ҡуйҙылар. Хәҙер яҡташтарыбыҙҙың, һөйгәндәрҙең ауылыбыҙ фонында фотоға төшөргә ыҡсым ғына урыны хасил булды. Рәхмәт, ауылдаштарға, беҙгә ошондай күркәм бүләк эшләгәндәренә, бик һөйкөмлө генә килеп сыҡҡан, ивет!
Матурлыҡ ҡотҡара донъяны тиҙәр, ә шулай ҙа һөйөү ҡотҡара донъяны шулаймы, дуҫтар?!
Аллаһы Тәғәлә Ер шарын һәм беренсе кешене - Әҙәм ғ.с. һөйөп эшләгән. Беҙгә лә Аллаһы Тәғәлә ижадына һөйөп ҡарарға кәрәк! Дөнъяны, үҙебеҙҙе -Аллаһы Тәғәлә ижадын, яратырға тейешбеҙ һәм башҡаларҙы ла. Шулай уҡ Аллаһы Тәғәләне лә яратырға тейешбеҙ. Тыуған илгә һөйөү, үҙеңдең инешеңә - тыуған яғыңа һөйөүҙән башлана. Тыуған төйәгебеҙҙең ысын патриоты булайыҡ, ауылыбыҙҙың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашайыҡ!
Флүрә Кашбуллина. Автор фотоһы.
Читайте нас: