Көн һалҡынайтты тип, мейесте тикшермәйенсә ут яҡмағыҙ. Электр сымдарын, розеткларҙың һ.б. төҙөклөгөн тикшерегеҙ. Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлармын тигән.
Туймазы районының Ҡаран-Бишенде ауылында сыҡҡан янғынғында ир кеше янып үлә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар килгәндә, "ҡыҙыл әтәс" йортто тулыһынса ялмап алып өлгөрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергәс, бер ирҙең мәйете табыла. Уның был йортта ваҡытлыса йәшәгән булыуы асыҡлана.
Әле янғын сығыу осрағы тикшерелә, уның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: ведомствоның матбуғат хеҙмәте.