-4 °С
Ҡар
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 18:00
32-се ҡобан. Республикала 34 йәшлек ир корнавирустан вафат булған
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүм башҡа ауырыуҙарҙан да яфаланған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, мәрхүм башҡа ауырыуҙарҙан да яфаланған: һимереү, ДВС-синдромы, һул коронар артерия тромбозы,
тип яҙа
“Башинформ” агентлығы.
Министрлыҡтың 16 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, тәүлек эсендә 32 кеше коронавирус йоҡторған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны 8 286-ға еткән. COVID-19 менән ауырыған 32 пациент стационарҙа дауалана. Уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә.
473 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 27 кеше дауахананан сығарылған, йәмғеһе 7 749 кеше һауыҡҡан.
Тәүлек эсендә 112 дауахананан тыш пневмония осрағы теркәлгән. Пневмония менән сирләгән 82 пациент һауыҡҡан.
Бөтәһе 919 602 тикшереү үткәрелгән, 886 631 кеше тикшерелгән. Бер тәүлектә 8 937 тикшереү уҙғарылған, 8 739 кеше тикшерелгән.
Фото: Олег Яровиков/ “Башинформ”
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде