Башҡортостандың Юғары суды Фаил Алсыновтың ялыуын ҡараны. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы
яҙа. Башҡортостан Республикаһы судтарының Берләшкән матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ул Өфөнөң Киров районы суды судьяһының полицейскийҙың законлы бойороғона йәки талабына буйһонмаған өсөн уны административ яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм 13 тәүлеккә административ ҡулға алыу рәүешендә яза тәғәйенләү тураһында ҡарарына ялыу биргән.