Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2020, 12:00

Путин Рәсәйҙең коронавирусҡа ҡаршы йоғонтоло көрәшеүен билдәләне

Рәсәй президенты Владимир Путин, Псков өлкәһендә Оборона министрлығы медицина үҙәктәрен асыуҙа видеоконференция аша ҡатнашып, “Беҙ коронавирус инфекцияһы таралыуға йоғонтоло ҡаршы торабыҙ”, – тип белдерҙе.

Ул Рәсәй 100 мең кешегә ауырыусылар һаны буйынса донъяла ­– 40-сы урында һәм үлеүселәр һаны буйынса 100-сө урында тороуын билдәләне. Коронавирусҡа тестар үткәреү буйынса беҙҙең ил иң алда бара, тип өҫтәне ил етәксеһе.
Президент әйтеүенсә, нәҡ комплекслы эш ауырыуҙы иртә стадияла асыҡларға, һөҙөмтәле дауаларға һәм тотороҡло эпидемиологик хәл-торош тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Читайте нас: