Бөгөн Дәүләт Йыйылышы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Радий Хәбиров уны тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.
— Профессионализмы һәм башҡа сифаттары Андрей Геннадьевичҡа ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырға мөмкинлек бирер тип ышанам. Бөгөн беҙ кадрҙар мәсьәләһен генә хәл итмәйбеҙ, ә республика үҫешен билдәләйбеҙ, –тине Хәбиров.