Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Сентябрь 2020, 13:09

#Путин Туймазы юридик колледжында "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үҙенсәлекле оҫтахана төҙөлә

Туймазы юридик колледжында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә бойомға ашырылған "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үҙенсәлекле оҫтахана төҙөлә. Элек студенттар ятағы булып торған киң, иркен, яҡты бүлмәләр бөгөн күнекмәләр өсөн яраҡлаштырылып үҙгәртеп ҡорола.Оҫтахана биш йүнәлеш буйынса эшләйәсәк. Беренсе йүнәлеш мобиль ҡушымталарға бәйле булһа, икенсе йүнәлештә компьютер уйындары һәм мультимедия ҡушымталары өҫтөндә эш алып барыласаҡ.

Туймазы юридик колледжында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә бойомға ашырылған "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә үҙенсәлекле оҫтахана төҙөлә. Элек студенттар ятағы булып торған киң, иркен, яҡты бүлмәләр бөгөн күнекмәләр өсөн яраҡлаштырылып үҙгәртеп ҡорола.
Оҫтахана биш йүнәлеш буйынса эшләйәсәк. Беренсе йүнәлеш мобиль ҡушымталарға бәйле булһа, икенсе йүнәлештә компьютер уйындары һәм мультимедия ҡушымталары өҫтөндә эш алып барыласаҡ.
Күпселек уйындар, ҡушымталар сит илдеке. Ысын-ысынында файҙа килтерерлек компьютер уйындарын уйлап сығарасаҡбыҙ", - тине был йүнәлеш хаҡында, буласаҡ оҫтахана бүлмәләре менән таныштырып, Туймазы юридик колледжы директоры Нурислам Сәлимгәрәев.
Өсөнсө йүнәлеш "Бизнес өсөн программалар" тип аталһа, дүртенсе йүнәлеш тә эшҡыуарлыҡҡа бәйле. Ул бизнесты IT ярҙамында бойомға ашырыу мөмкинлеген бирә.
Оҫтахана көн оҙоно эшләйәсәк, бында булдырылған мөмкинлектәр йәштәргә үҙҙәрен үҫтереү, һөнәри йәһәттән оҫтарыу өсөн өр-яңы юлдар асыр, тип ышанырға ҡала. Әйткәндәй, майҙансыҡта төрлө йәштәгеләр белемдәрен камиллаштыра аласаҡ. Оҫтахананы асыу октябрь урталарына планлаштырылған.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: