Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 12:30

Балалар юлдарҙа зыян күрмәһен

Өфөлә балалар юл-транспорт йәрәхәтен иҫкәртеү үҙәге асылды. "Хәүефһеҙлек лабораторияһы" проектын "Ингосстрах" компанияһы күтәреп алды.

Өфөлә балалар юл-транспорт йәрәхәтен иҫкәртеү үҙәге асылды. "Хәүефһеҙлек лабораторияһы" проектын "Ингосстрах" компанияһы күтәреп алды.
Үҙәк республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме менән Бөтә Рәсәй юлдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл һәләкәттәрен кәметеү программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды. Рәсәй автостраховкалаусылары берләшмәһе һәм Рәсәй дәүләт автоинспекцияһы, Рәсәйҙең Транспорт министрлығы, Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы ярҙамында бойомға ашырыла был проект.

Инновациялы үҙәк базаһында биш йәшлек балаларҙан алып, ата-әсәләрҙе, педагогтарҙы транспортта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә өйрәтәсәктәр. 2017 йылдан 2019 йылға тиклем был проект 39 төбәкте солғап алған, шулай уҡ улар тағы 46 төбәктә асылыр тип күҙаллана.

Бындай дөйөм белем биреү программалары һөҙөмтәһендә 2020 йылдың ғинуар - июнь айҙарында юл һәләкәттәрендә йәйәүле балаларҙың, велосипедсы үҫмерҙәрҙең һәләк булыу осрағы уҙған йылға ҡарағанда шаҡтай кәмегән.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото интернеттан.
Читайте нас: