– Башҡорт телен юғары кимәлдә белмәһәм дә, ул минең өсөн туған тел. Күңелемә әсә һөтө менән һеңдерелгән. Беренсе телем рус теле түгел, мин русса һуң һөйләшә башланым. Аҙаҡ үҙем теләп башҡорт телен өйрәндем. Был миңә оҡшай ине, шулай уҡ мөһим һәм кәрәк. Тик 12 йыл Мәскәүҙә йәшәгәндә әҙерәк онотолдо. Хәҙер яңынан практика үтәм. Шуны әйтә алам, башҡорт теле инглиз теленә ҡарағанда моңлораҡ һәм күңелгә яҡыныраҡ.