Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 13:15

Өмәләр көтөлә

Беҙҙә матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде: вирустар килә лә китә, ә тормош дауам итә. Шуға күрә көндәлек эштәрҙе бер кем дә онотмай. Был Башҡортостанда үткәрелеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҡағыла.Район башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенсә, республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары менән “Йәшел Башҡортостан” һәм “ Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтә. Беҙ ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ.ИРТӘГӘ - 19 СЕНТЯБРҘӘ районда ЭКОЛОГИК ӨМӘ ҮТӘ. Координаторҙар – ауыл биләмәһе башлыҡтары. Иғтибар үҙәгендә – урман-туғайҙар, яр буйҙары, шишмәләр.Акцияның икенсе өлөшө 26 сентябрҙә ойошторола. Был көндө ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу, ҡороғандарын яңыларына алмаштырыу көтөлә.Район халҡын экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Барлыҡ һорауҙар менән йәшәгән урын буйынса ауыл биләмәһе башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә. Башҡортостаныбыҙ һәм районыбыҙ тағы ла йәмлерәк, йәшелерәк булыуға өлгәшәйек!

Беҙҙә матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде: вирустар килә лә китә, ә тормош дауам итә. Шуға күрә көндәлек эштәрҙе бер кем дә онотмай. Был Башҡортостанда үткәрелеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҡағыла.
Район башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенсә, республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарары менән “Йәшел Башҡортостан” һәм “ Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтә. Беҙ ҙә ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ.
ИРТӘГӘ - 19 СЕНТЯБРҘӘ районда ЭКОЛОГИК ӨМӘ ҮТӘ. Координаторҙар – ауыл биләмәһе башлыҡтары. Иғтибар үҙәгендә – урман-туғайҙар, яр буйҙары, шишмәләр.
Акцияның икенсе өлөшө 26 сентябрҙә ойошторола. Был көндө ағас-ҡыуаҡтар ултыртыу, ҡороғандарын яңыларына алмаштырыу көтөлә.
  • Район халҡын экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Барлыҡ һорауҙар менән йәшәгән урын буйынса ауыл биләмәһе башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә. Башҡортостаныбыҙ һәм районыбыҙ тағы ла йәмлерәк, йәшелерәк булыуға өлгәшәйек!
  • Читайте нас: