Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 17:10

Ул бер ай элек юғалған булған

Өфө эргәһендә һыу буйында бер ирҙең кәүҙәһенә тап булғандар. Асыҡланыуынса, уның юғалыуы тураһында 13 августа уҡ хәбәр иткәндәр.

Өфө эргәһендә һыу буйында бер ирҙең кәүҙәһенә тап булғандар. Асыҡланыуынса, уның юғалыуы тураһында 13 августа уҡ хәбәр иткәндәр.
38 йәшлек ирҙең кәүҙәһе Зубов ауылынан йыраҡ түгел, Дим йылғаһы ярында табылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре кәүҙәне экспертизаға ебәргән, был ғәмәл үлем сәбәбендә енәйәт эҙе бармы-юҡмы икәнлеген билдәләйәсәк.
Бер фараз буйынса, ир һыуға батҡан, бер айҙан һуң уның кәүҙәһен һыу ярға сығарған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: static.ngs.ru/news
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: