"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 18:00

Әбейҙәр сыуағы ҡасан етә?

Йылы көндәр йәнә әйләнеп ҡайтырмы? Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡайтасаҡ!

Йылы көндәр йәнә әйләнеп ҡайтырмы? Синоптиктар вәғәҙәләүенсә, ҡайтасаҡ!
gismeteo.ru порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йылы һәм аяҙ көндәр 24 сентябрҙә башлана һәм 2 октябргә тиклем дауам итәсәк. Был көндәрҙә һауа температураһы +14, +19 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Ямғырҙар ҙа яумай торасаҡ.
Тимәк, беҙгә әбейҙәр сыуағы киләсәк. Ғәҙәттә, был матур мәл сентябрҙең икенсе яртыһында була һәм аҙна-ун көн дауам итә.
Октябрҙең тәүге яртыһы ла матур көндәре менән ҡыуандырасаҡ, ти синоптиктар. 15 октябрҙән һуң көҙгө һалҡындар ныҡлап урынлашасаҡ. Көндөҙ +5 градусҡаса ғына йылытытасаҡ, оҙайлы ямғырҙар башланасаҡ.
Читайте нас: