Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 19:50

Эскән килеш тағы - рулгә

Нефтекамала йәшәгән өс водителде яңынан иҫерек килеш автомобиль руле артына ултырғаны өсөн хөкөм иткәндәр. Үткән бер нисә ай эсендә ҡалала законды боҙған 50 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шуның 37-һе судҡа ебәрелгән. Ә өсәүһе язаға тарттырылған да инде.

Эскән килеш машина йөрөтөргә әүәҫләнгән, юл йөрөү ҡағиҙәләрен һанға һуҡмаған был водителдәр алты айҙан йыл ярымға тиклем срокка иректәренән мәхрүм ителгән. Өҫтәүенә өс йыл ваҡытҡа автомобилгә идара итеү хоҡуғынан ҡолаҡ ҡаҡҡандар.
Тимәк, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына ярашлы, ҡабаттан эскән килеш тотолған водителдәр административ яза менән генә ҡотола алмай. Закон боҙоусыларҙы иҫкәртеү сараһы булған административ язаның уйландырмауы, ҡурҡытмауы билдәле. Ә бит эскән килеш руль артына ултырған водитель башҡаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Әммә күптәр был хаҡта уйлап та бирмәй шул...
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: avto-mustang.ru
Читайте нас: