Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 18:50

Фасоль менән салат эшләнегеҙме әле?

Бының өсөн 4 стакан фасоль, ике килограмм помидор, 0,5 килограмм башлы һуған, ике аш ҡалағы

Бының өсөн 4 стакан фасоль, ике килограмм помидор, 0,5 килограмм башлы һуған, ике аш ҡалағы шәкәр, ике аш ҡалағы тоҙ, 250 миллитр үҫемлек майы кәрәк. Шулай уҡ эре ҡырғыс аша кишер ҡырып өҫтәргә мөмкин.
Тәүҙә төнгөлөккә фасолде ебетергә ҡуябыҙ. Шунан уны 20-30 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Йыуылған помидорҙарҙы, боросто, һуғанды турап кәстрүлгә һалабыҙ. Уға үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ ҡушып, 40 минут быҡтырабыҙ. Шунан фасоль ҡушып, тағы ла 20-30 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Тәмләп ҡарайбыҙ ҙа, әгәр кәрәкһә, самалап тоҙ, шәкәр өҫтәргә мөмкин.
Артабан стирелләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡастар менән ябып йылы одеял менән ҡаплайбыҙ. Ҡышҡылыҡҡа ҡапыл ғына асып ашау, төрлө аштар янына ҡушып биреү өсөн бына тигән салат килеп сығасаҡ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: alkrukovsky.ru
Читайте нас: