Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 19:00

Тағы икәү...

Башҡортостанда тағы ике ҡатындың коронавирустан һəлəк булыуы асыҡланды.

Башҡортостанда тағы ике ҡатындың коронавирустан һəлəк булыуы асыҡланды.
49 һəм 66 йəшлек ҡатындарҙың икəүһендə лə COVID-19 вирусы булған. Унан тыш, Өфө ҡалаһынан 49 йəшлек ҡатындың ике
бөйөрөндə лə киста булыуы һəм хроник индуратив панкреатит менəн сирлəүе асыҡланған.
Стəрлетамаҡ ҡалаһынан булған икенсе ҡорбан иһə шəкəр диабеты һəм һимеҙлек менəн яфаланған. Шулай уҡ унда йөрəк гипертония
ауырыуы ла булған.
Шулай итеп, республикала короновирустан һəлəк булыусылар һаны рəсми рəүештə 34 кешегə етте.
Фото:Яндекс.

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: