Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2020, 17:00

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!

Магнитогорск-Ира автомобиль юлында "Шевроле Круз" автомобиле руле артындағы ир транспортҡа идара итә алмай, шул уҡ йүнәлештә килеүсе "ВАЗ-21010" автомобиленә бәрелгән

Бөгөн төндә Баймаҡ районында үлемесле авария теркәлгән. Магнитогорск-Ира автомобиль юлында "Шевроле Круз" автомобиле руле артындағы ир транспортҡа идара итә алмай, шул уҡ йүнәлештә килеүсе "ВАЗ-21010" автомобиленә бәрелә. Бәрелеү шул тиклем көслө була, "Шевроле Круз" водителе шунда уҡ йән бирә. Икенсе автомобилдәге дүрт пассажир, шул иҫәптән өс бала төрлө тән йәрәхәттәре менән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатыла.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас: