Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Сентябрь 2020, 12:40

БАШҠОРТОСТАНДА ТӘҮЛЕК ЭСЕНДӘ КОРОНАВИРУС ЙОҠТОРОУҘЫҢ 31 ОСРАҒЫ АСЫҠЛАНҒАН

Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Пандемия башланғандан алып төбәктә бөтәһе 8 317 сирле асыҡланған.
Хәҙер яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған 31 пациент стационарҙа дауалана, уларҙың берәүһе – ауыр хәлдә. Ә 477 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
«Тәүлек эсендә 28 пациент һауыҡҡан, пандемия башланғандан алып йәмғеһе 7 777 кеше дауахананан сығарылған, — тип белдерҙеләр ведомствола. — COVID-19-ҙан вафат булыуҙың яңы осраҡтары теркәлмәгән. Мәрхүмдәр һаны элеккесә 32 кеше тәшкил итә».
Һуңғы тәүлектә 91 кешегә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, 78 пациент һауығып сыҡҡан.
Башинформ.
Читайте нас: