Машиналарҙың саманан тыш күплеге ҙур ҡалалар проблемаһы ғына түгел, ул байтаҡтан инде глобаль проблемаларҙың береһе булып тора. Автотранспорт планетаның биосфераһын һәм шулай уҡ кешенең үҙен үлтерә. Көн һайын автомобилдәр 3000-дән артыҡ кешене үлтереүе һанап сығарылған. Ә минут һайын конвейерҙан өр-яңы “автомобиль-үлтереүсе” сығып тора – шундай статистика.