Статистикаға ярашлы, төбәктә 22 сентябргә 8487 кешелә COVID-19 раҫланған, шуларҙың 35 – һуңғы тәүлектә. Бөгөн дауаханаларҙа 41 пациент дауаланыу үтә, өсәүһе ауыр хәлдә. 510 кеше өйҙә дауалана. Һуңғы тәүлектә 11 кеше һауыҡҡан, ә пандемия башланғандан алып ауырыуҙы еңеүселәр һаны – 7901.