Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Сентябрь 2020, 14:00

“Тәмәкеңде ташла – кәнфит ал”

“Демография” милли проектының “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” федераль проекты сиктәрендә Нуриман районының Оло Шиҙе ауылында “Тәмәкеңде ташла – кәнфит ал” акцияһы үткән.

“Демография” милли проектының “Йәмәғәт һаулығын нығытыу” федераль проекты сиктәрендә Нуриман районының Оло Шиҙе ауылында “Тәмәкеңде ташла – кәнфит ал” акцияһы үткән. Сара халыҡтың тәмәке тартыуын кәметеүгә йүнәлтелгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы биргән статистика мәғлүмәттәре:
– Ер шарында 6 секунд һайын тәмәке тартҡан бер, йылына – 4,9 миллион кеше яҡты донъя менән хушлаша;
– Рәсәйҙә тәмәкегә тартыуға бәйле булған сирҙәр арҡаһында көн дә 600 кеше үлә;
– Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылға тәмәке тартыусылар һаны 1,7 миллиардҡа тиклем етәсәк (бөгөн – 1,3 миллиард);
– Рәсәйҙә иң күп тәмәке тартҡан ҡатын-ҡыҙҙар 25-34 йәш арауығында осрай. 35-44 йәштәгеләр араһында бындайҙар 30 процент тәшкил итә.
Читайте нас в