Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 16:00

КЕМДӘРГӘ ТЕЙЕШ?

Һуңғы йылдарҙа халыҡты социаль яҡлау системаһында яңы йүнәлеш үҫеш алды. Ул социаль килешеү нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәүсе аҙ килемле граждандарға ғаилә килемен арттырыу һәм ауыр тормош хәленән сығыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү түбәндәге осраҡтарҙа билдәләнә:

Һуңғы йылдарҙа халыҡты социаль яҡлау системаһында яңы йүнәлеш үҫеш алды. Ул социаль килешеү нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләр һәм яңғыҙ йәшәүсе аҙ килемле граждандарға ғаилә килемен арттырыу һәм ауыр тормош хәленән сығыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Адреслы социаль ярҙам күрһәтеү түбәндәге осраҡтарҙа билдәләнә:
1) эш эҙләгәндә, эш урынына теркәлгән айҙан башлап, эш хаҡынан тыш, 3 айҙан алып 12 айға тиклем 10434 һум күләмендә айлыҡ түләү ҡарала.
2) һөнәр буйынса уҡығанда йәки өҫтәмә белем алғанда уҡыу курсына түләү өсөн бер тапҡыр 30 мең һум бирелә.
3) “Шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу”ға 100 меңдән 250 меңгә тиклем бер тапҡыр түләнә.
Әйткәндәй, 2020 йылдан рес-публика – ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеүгә йүнәлтелгән пилот проекты тормошҡа ашырылған төбәктәрҙең береһе.
Нимә һуң ул
социаль килешеү?
Ул – граждан менән Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең урындағы филиалы араһындағы килешеү. Уға ярашлы, ауыр тормош хәленән сығыу юлдары эҙләнә. Был килешеү нигеҙендә Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең урындағы филиалы – түләүҙәрҙе атҡарырға, граждандар иһә социаль адаптация программаһы саралары үтергә тейеш.
Социаль килешеү буйынса түләүҙәр пособиенан нимәһе менән айырыла һуң? Иң төп айырма шунда: был – “маҡсатлы аҡса”, йәғни ул аныҡ маҡсатҡа ярашлы һәм аныҡ мәсьәләне хәл итеү өсөн бирелә һәм тап ошо юҫыҡта файҙаланыла.
Быны белергә кәрәк!
Социаль контракт төҙөү башҡа төрлө дәүләт ярҙамынан ҡулланып булмай тигәнде аңлатмай. Йәғни дәүләт башҡа килешеүҙәр нигеҙендә һеҙгә ярҙам күрһәткән (йәки күрһәтә мөрәжәғәт итеп ала икән) икән, һеҙ был ике ярҙамды бер юлы алырға хоҡуҡлыһығыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте район Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә шылтыратып, йә булмаһа [email protected] электрон почтаһы аша мөрәжәғәт итеп алырға була.
Читайте нас: