Кисә Вашингтонда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 75-се сессияһы үтте. Пандемияға бәйле, донъя лидерҙары уның эшендә ситтән тороп видеоформатта ҡатнашты. Үҙенең сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең төп мәсьәләләренә ҡағылды.
БМО үҙенең төп бурысын – Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлауҙы – лайыҡлы үтәй, тине ул. Шулай уҡ Владимир Путин Икенсе донъя һуғышы һөҙөмтәләрен башҡаса аңлатыуға юл ҡуймау, пандемиянан зыян күргән донъя иҡтисадын аяҡҡа баҫтырыу өсөн стандарт булмаған юлдар эҙләү, ҡоралланыуҙы контролгә алыу, Рәсәй менән АҠШ араһында стратегик һөжүм итеү ҡоралдарын сикләү тураһындағы килешеүҙе оҙайтыу зарурлығын билдәләне. Рәсәй космоста ҡорал урынлаштырмау тураһында килешеү инициативаһы менән сыҡты, тип донъя лидерҙарының иҫенә төшөрҙө.