Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 17:00

Тәүге ун табипҡа - прививка

Һынауҙар Өфөнөң 52-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында үтте.Препараттарҙы ҡулланыу буйынса күрһəтмə бик ҡатмарлы һəм энəһенəн-ебенə тиклем уйлап əҙерлəнелгəн. Шуға күрə, табиптарҙанайырыуса ҙур етеҙлек талап ителə.

Һынауҙар Өфөнөң 52-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында үтте.
Препараттарҙы ҡулланыу буйынса күрһəтмə бик ҡатмарлы һəм энəһенəн-ебенə тиклем уйлап əҙерлəнелгəн. Шуға күрə, табиптарҙан
айырыуса ҙур етеҙлек талап ителə. Иң тəүҙə вакцина Башфармация келəтенəн дауаханаға килтерелде, тап ошо дарыуханаларҙа
прививкаларҙы һаҡлар өсөн барлыҡ шарттар бар. Белгестəр махсус костюмдарҙа, бөтə санитар һаҡланыу сараларын үтəп эш итергə
тейеш. Процедуралар ваҡытында 52-се поликлиника сəғəттəн ашыу башҡа пациенттарҙы ҡабул итмəй торҙо.
Коронавирус пандемияһы башланғандан алып "Ҡыҙыл зона"ларҙа
тир түккəн аҡ халатлылар прививка яһатырға үҙҙəре телəк
белдергəн. Теүəл өс аҙна үткəс, тағы ул бар тапҡыр яһалырға тейеш.
Тимəк, октябрь урталарында табиптарҙы тағы бер вакцинациялау
этабы көтə. Берҙəн-бер шарт: прививка алыусыларҙа юғары тəн
температураһы, йүтəл, тымау, хроник сирҙəр булмаҫҡа тейеш.
Вакцина 18-60 йəшкə тиклем пациенттарға тəғəйенлəнə. Хəйер, уның
100 процентҡа уңышлы булыуы хаҡында əлегə мəғлүмəт юҡ. Тиҙҙəн барыһы ла асыҡланыр.

Читайте нас: