Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2020, 14:00

“Башҡортостан продукттары” акцияһының дүртенсе тулҡынында 75 йәштән өлкән пенсионерҙар йыйылмалар аласаҡ

Аҙыҡ-түлек йыйлмаларын Рәсәй пенсинерҙар союзы тәҡдим итә.

Аҙыҡ-түлек йыйлмаларын Рәсәй пенсинерҙар союзы тәҡдим итә.
24 сентябрҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Башҡортостан продукттары – һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” аҙыҡ-түлек ярҙамы акцияһының дүртенсе тулҡыны башланды. Был юлы комплекттар 75-79 йәшлек I төркөм инвалидтарына тәғәйенләнгән.
“Билдәле бер исемлек – был йыйылмаларҙы аласаҡ маҡсатлы төркөм бар. Улар мең ярым тирәһе кеше. Ҡатмарлы хәлдә ҡалған граждандар шулай уҡ ярҙамға дәғүә итә ала. Бының өсөн 8-800-201-89-03 һандары аша беҙҙең колл-үҙәккә шылтыратып, заявка бирергә кәрәк. Мәғлүмәттәр тикшерелгәндән һуң, ирекмәндәр адрес буйынса барасаҡ”, тип һөйләне “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Дүртенсе тулҡын буйынса ике меңдән артыҡ аҙыҡ-түлек йыйылмаһы килгән. Унда ярмалар, шәкәр, макарон изделиелары инә – барыһы ла Башҡортостанда етештерелгән. Ирекмәндәр ҡумталарҙы тарата башланы ла инде.
Читайте нас: