Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, сентябрҙең 21-нән 27-нә тиклем Ейәнсура районы территорияһында, йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәттәрен йәлеп итеп, «Бурыслы» тигән шартлы исем аҫтында комплекслы профилактика саралары үткәрелә.
РФ Административ тәртип боҙоуҙар тураһында кодексының 32.2-се статьяһына ярашлы, административ яуаплылыҡҡа тарттаралған кеше тарафынан штраф уны тәғәйенләү тураһында ҡарар көсөнә ингән көндән йә булмаһа кисектереү йәки бүлеп түләү мөҙҙәте үткән көндән алып 60 көн эсендә түләнергә тейеш. Үрҙә әйтелген кодекстың 20.25-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы, административ язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн түләнмәгән штраф суммаһының икеләтә күләмендә (әммә 1000 һумдан кәм түгел) административ штраф, йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу, йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эш ҡаралған.
2020 йылдың 8 айында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан административ штрафтарҙы ваҡытында түләмәгән өсөн 160 тәртип боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, шуларҙан мировой судья ҡарары менән 91 граждан мәжбүри эшкә йәлеп итеү һәм штраф һалыу менән административ язаға тарттырылды. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, 20.25-се статьяның 1-се өлөшө буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыу тәртип боҙоусыны тәүге штрафты түләүҙән азат итмәй.
Үрҙә әйтелгәндәргә бәйле административ штрафтарын түләмәгән граждандарҙан уны түләүҙәрен һәм был хаҡта уларға штраф һалған органға хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы бүлеге.