Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 17:00

Автобус водителе эскән булған

Юлдарҙа үлемесле аварияларҙың күп осрағында водителдәрҙең эскән килеш рулгә ултырыуы сәбәпле икәнен беләбеҙ. Ундайҙар үҙҙәренә генә түгел, янындағы пассажирҙарға, башҡа машиналарға ҙур хәүеф менән янай. Рулдә эскән килеш тотолғандарға ҡаты саралар күрелеүгә ҡарамаҫтан, законды боҙоусылар һаман осрай, һаман хәүеф тыуҙыра...

Ошо көндәрҙә Илеш районында юл-патруль хеҙмәткәрҙәре ҡала-ара автобусын йөрөткән водителдең иҫерек икәнлеген асыҡлаған. Автобус Үрге Йәркәй - Төпәй маршруты буйынса китеп барған. Салонында 13 пассажир ултырған.

Юл дәүләт автоинспекторҙарының әлеге ПАЗ автобусын туҡтатыуы, бәлки, кешеләрҙе ҙур бәләнән йолоп алыуына булғандыр - руль артындағы 49 йәшлек водителдән спиртлы эсемлек еҫе аңҡып торған. Алкотестер тикшереүе унда өс промиле барлығын күрһәткән.

Шул тиклем кеше ғүмере өсөн яуаплы булырға тейешле кеше ни өсөн тупаҫ рәүештә яҙылған ҡанундарҙы боҙған? Водителдең башҡа һыймаҫлыҡ ҡылығына яза ҡаралып, уның тулыһынса үҙ тәртибе өсөн яуап биреренә ышанабыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: newsbash.ru
Читайте нас: