Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 12:00

Был эштең башы ғына

– Өфө дәүләт нефть техник университетының технология һәм кейем конструкторлау кафедраһы менән бер-беребеҙҙе табыуыбыҙ – үҙе бер мөғжизә, – ти эшҡыуар, күн эшкәртеү оҫтаһы Азамат Юлдашбаев. – Был беҙгә ғилми база булды, яңы башланғыстарға этәрҙе. Ғөмүмән, ҡараштары осҡон сәсеп торған йәштәр менән эшләү бик оҡшай!

25 сентябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәгендә булып, уның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Республика етәксеһе Өфө дәүләт нефть техник университетының киберспорт һәм нейротехнология лабораторияһын ҡараны. Былтыр был лабораторияның “Киберспортҡа юл” проекты Рәсәй кимәлендәге “Йыл студенты” милли премияһының “Йылдың киберспорт клубы” номинацияһында еңеү яулағайны. Белеүебеҙсә, киберспорт – компьютер йәки электрон алымдағы спорт, ул видеоуйын рәүешендәге ярыштарҙы берләштерә.
Өфө дәүләт нефть техник университетының киберспортсыларға махсус туҡланыу төрҙәре булдырыу менән шөғөлләнгән кафедраһы әлеге лаборатория менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
“Футурика “ йәштәр үҙәгендә Радий Хәбировҡа виртуаль донъяға ҡағылышлы проекттарҙы, роботехника яңылыҡтарын күрһәттеләр. Бында мәктәп уҡыусылары менән бергә студенттар ҙа шөғөлләнә, һуңғылары бәләкәй уйлап табыусылар өсөн остаз, куратор ролен дә үтәй.
Шулай уҡ “Киләсәк фабрикаһы”нда Башҡорт кәсептәре коворкингы ла урынлашҡан. Уның төп йүнәлеше – көндәлек кейемдә, биҙәүестәрҙә милли биҙәктәрҙе ҡулланыу.
– Өфө дәүләт нефть техник университетының технология һәм кейем конструкторлау кафедраһы менән бер-беребеҙҙе табыуыбыҙ – үҙе бер мөғжизә, – ти эшҡыуар, күн эшкәртеү оҫтаһы Азамат Юлдашбаев. – Был беҙгә ғилми база булды, яңы башланғыстарға этәрҙе. Ғөмүмән, ҡараштары осҡон сәсеп торған йәштәр менән эшләү бик оҡшай!
Артабан Башҡортостан Башлығын бизнес-инкубатор резиденттары үҙ проекттары менән таныштырҙы. Бында ла ҡыҙыҡлы башланғыстар етерлек. Мәҫәлән, ParaDogs компанияһы эттәрҙе саф һауала йөрөткәндән һуң уларҙың ҡалдыҡтарын утилләштереүгә ҡулайлаштырылған контейнерҙар эшләп сығара. “Пангея” йәмғиәте водителдәр өсөн берҙәм туҡталҡа ҡушымтаһы булдырыу менән мәшғүл.
– Беҙҙә Өфөнөң үҙәгендә түләүле туҡталҡалар булдырыу буйынса проект бар, - тине Радий Хәбиров. – Был эш ҡатмарлы ғына, әммә беҙ барыбер шуға киләсәкбеҙ. Шул саҡта һеҙ тәҡдим иткән хеҙмәт беҙгә мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Радий Хәбиров “Киләсәк фабрикаһы”ның ҡыйығында, асыҡ һауала урынлашҡан нетворкинг-үҙәк менән дә танышты. Шулай уҡ Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттарының “Ҡала проекттары һәм бизнес” тип аталған күргәҙмәһен ҡараны, Сколково үҙәгенең эксперт сессияһында ҡатнашыусылар менән осрашты.
Артабан республика Башлығы йәш эшҡыуарҙар менән төҙөкләндерелгән Ағиҙел ярын үҫтереү тураһында фекер алышты.
– Беҙ минең етәкселектәге эшсе төркөм булдырҙыҡ. Ул Ағиҙел ярына яңы һулыш бирергә тейеш, - тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Артабан нимәләр эшләргә кәрәк икәнен аңлайбыҙ, әммә яңыса ҡараштар кәрәк. Мин был проектта бик ҙур ижади мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеген күрәм һәм һеҙҙе лә унда ҡатнашырға саҡырам.
“Киләсәк фабрикаһы” коворкинг-үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң Радий Хәбиров үҙ фекере менән уртаҡлашты.
– Мин ҙур ҡәнәғәтлек кисерҙем, сөнки, ниһайәт, беҙ был үҙәкте булдырҙыҡ. Был – республикала әлегә тәүге һәм берҙән-бер “Киләсәк фабрикаһы”. Бында инновациялар, коворкингтар, йәштәр һәм балалар бергә. Беҙ тап шундай үҙәк булдырырға теләгәйнек. Әммә тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алам: был әле эштең башы ғына.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: