Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2020, 11:00

Көҙгө сәскәләр

#ТөркөмдәштәнШиғриКүстәнәсКөҙгө сәскәләрҙе йыйып кереттем әлеҠырауҙарҙан килде һаҡлайһы...Улар әйтә кеүек, һоҡланып ҡал,Бик аҙ ҡалды беҙҙең йәшәйһе...Сәскәләрҙе ҡырау әҙерәк һуҡҡан инде,Көҙ көҙлөгөн итә, һыуытты...

Көҙгө сәскәләрҙе йыйып кереттем әле
Ҡырауҙарҙан килде һаҡлайһы...
Улар әйтә кеүек, һоҡланып ҡал,
Бик аҙ ҡалды беҙҙең йәшәйһе...
Сәскәләрҙе ҡырау әҙерәк һуҡҡан инде,
Көҙ көҙлөгөн итә, һыуытты...
Беҙҙең ғүмер ҙә бит яҙын, йәйен үтеп,
Ошо көҙгә кереп урынлашты...
Сәсебеҙҙе һалҡын был ҡырауҙар
Көмөш төҫкә инде буяны...
Битебеҙгә һырҙар һибеп көлдө...
Ҡулдарҙан - көс, ғәйрәт юғалды...
Беҙҙең ғүмер, нәҡ тәбиғәт кеүек...
Яҙы – йәшлек, йәйе – ҙур тормош...
Көҙө – ҡартлыҡ... был ҡурҡыныс түгел...
Алда көтә әле һыуыҡ ҡыш...
Яҙын, йәйен үттек дуҫ-туғандар менән,
Йөрәктәрҙең тойоп тибешен...
Дуҫтар китә... бигерәк иртә китә...
Татып өлгөрмәй йәйҙең емешен...
Күңелдәр йәш әле беҙҙең тигән булып,
Килә йәшәге күберәк йәйҙәрҙә,
Ҡартлыҡ үҙенекен итә, өндәшмәй генә,
Төртөп кертә беҙҙе көҙҙәргә...
Ҡартлыҡ - бәхет, ҡәҙерен беләйек уның...
Һары төҫтө керетмәйек йөҙҙәргә...
Ҡышы килмәй торһон, ғүмер оҙон булһын,
Нур һүнмәһен беҙҙең күҙҙәрҙә...
Хоҙайыма рәхмәт, ғүмер юлдарымдың
Бар миҙгелен үттем, йылдарын...
Көҙгө сәскәләрҙе йыйып алып индем,
Ғүмерҙәре ҡыҫҡа, йәлләнем...
Фәриҙә Ғимаева.
Читайте нас: