26 сентябрҙә Ейәнсура районы халҡы "Йәшел Башҡортостан" киң ҡоласлы акцияһында ҡатнашты. Уның барышында районда 5 406 (ауылдарҙа -1406, урман фондында - 4 мең) ағас үҫентеһе ултыртылды. Бөтәһе 1694 кеше - ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм халҡы, ирекмәндәр, депутаттар һ.б.- ҡатнашты.